04:22 (UTC+5), 24 Ғинуар 2017

«Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 15 апрелгә ҡәҙәр йыл һайын уҙғарылып килгән «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсында ҡатнашыу өсөн материалдар ҡабул итә.
Конкурстың маҡсаты – граждандар бөтә уңайлыҡтар менән йәшәһен өсөн ҡулайлы шарттар булдырыу, йорт, ихата, ишек алдын тәртипкә килтереүҙә уларҙың ҡатнашыуы, шулай уҡ торлаҡ фондын ҡарауҙа әүҙем ҡатнашыусы кешеләрҙең башланғыстарын үҫтереү һәм ярҙам итеү. Конкурста Рәсәй Торлаҡ кодексына ярашлы идара итеү алымдарының береһе (идара итеү компанияһы һайланған, торлаҡ милекселәре ширҡәте ойошторолған йәки туранан-тура идара итеү алып барылған) һайланып ғәмәлгә ашырылған, билдәле бер талаптарға тап килгән күп фатирлы йорттар ҡатнаша ала.
Өс йылдан әҙерәк файҙаланыуҙа булған, шулай уҡ һуңғы өс йылда конкурс еңеүселәре тип танылған күп фатирлы йорттар конкурста ҡатнаша алмай.
Бүләк фонды – 100 мең һум.
Торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса алған аҡсаның 10 процентына тиклем премия сифатында күп фатирлы йорт советы йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесенә түләнә ала.
Конкурс материалдары ошо адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28, 427-се бүлмә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика