Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар 2017, 18:29
Башҡортостанда 2016 йылғы бюджеттың үтәлешенә йомғаҡ яһалды
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең 2016 йылғы тупланма бюджеты үтәлешенә йомғаҡ яһалды.
Финанс министры Рида Собханҡолова билдәләүенсә, республика йылды тотороҡло бюджет системаһы менән тамамланы.
2016 йылда төбәктең тупланма бюджетына 160,3 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем ингән. Был 2015 йылға ҡарағанда 11,4 процентҡа күберәк.
Килемдең төп сығанаҡтары: ойошмалар табышына һалым (40 миллиард һумға яҡын), физик берәмектәрҙең килеменә һалым (32,2 миллиард) һәм акциздар (19,3 миллиард). Былтыр дотациялар, субсидиялар, субвенциялар һәм башҡа бюджет-ара трансферҙар формаһында федераль үҙәктән 32,6 миллиард һум аҡса бүленгән.
2016 йылда республика ҡаҙнаһы сығымдары 150,5 миллиард һум күләмендә үтәлгән. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда дүрт процентҡа күберәк.
Ғәҙәттәгесә, бюджет аҡсаһының күп өлөшө, йәки сығымдарҙың 70,6 проценты социаль йөкләмәләрҙе тулы күләмдә үтәүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Теги:
башҡортостан хөкүмәте
бюджет
Читайте нас