10:15 (UTC+5), 23 Января 2017

Башҡортостан яңы еңел автомобилдәр һатыу буйынса рейтингта етенсе урынды алды

Дмитрий Слезин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан илдең ҙур төбәк автомобиль баҙарҙары рейтингында етенсе урынды яуланы. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса исемлекте «Автостат» аналитик агентлығы төҙөгән, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
Бер йылда республикала 43,7 мең яңы еңел автомобиль һатылған. 2015 йыл менән сағыштырғанда һатыуҙар 4,6 процентҡа артҡан, был төбәктәр араһында иң яҡшы күрһәткес булып тора.
Беренсе урында — Мәскәү, уның өлөшөнә бөтә баҙарҙан 16 процент, йәки 200 меңдән ашыу берәмек тура килгән. Мәскәү янында иһә еңел автомобилдәр ике тапҡырға аҙыраҡ һатылған. Санкт-Петербург рейтингта өсөнсө баҫҡысты биләй, унда 85 мең яңы автомобиль һатып алынған. Шулай уҡ тәүге ун төбәк иҫәбенә Татарстан, Краснодар крайы, Һамар, Ростов, Свердловск һәм Нижегород өлкәләре инә.
2016 йылда Рәсәйҙә яңы еңел автомобилдәрҙең баҙар күләме 1,26 миллион берәмек тәшкил иткән, был бер йыл элеккегә ҡарағанда дүрт процентҡа кәмерәк. Һатыуҙан алынған килем, бер процентҡа артып, 1,8 триллион һумға еткән. Ошо күләмдең 90 проценты — сит ил машиналарына, 10 проценты үҙебеҙҙә сығарылған еңел автомобилдәргә тура килә. Былтыр илдең автомобиль сәнәғәте вәкилдәре һатыуҙарҙа 200 миллиард һумға яҡын аҡса эшләгән, был уҙған йылдарҙағы күрһәткестәрҙән 12 процентҡа күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика