Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар 2017, 17:10
Баш ҡалала икенсе сыр йәрминкәһе үтте: дауамы буласаҡ
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә икенсе тапҡыр сыр йәрминкәһе ойошторолдо. Тәүгеһе Яңы йыл алдынан «Сипайлово» сауҙа-сервис комплексында уҙғайны. Ғинуарҙа сыр яһаусылар Сипайлово биҫтәһендәге «Окей» гипермаркетына йыйылды. Билдәле һәм яңы предприятиелар: «Сыр яһаусылар мәктәбе» (Аграр университет һәм Дәүләкән һөт компанияһының продукцияһы), Иглин районынан «Джуманалиҙан ҡалып буйынса эшләнгән сырҙар», Мәсетле районынан «Молпромстрой» фирмаһы, Ҡырмыҫҡалы районынан Айрат Әхмәҙуллиндың «Bella Fattoria» сыр етештереү цехы, Мәләүез районынан шәхси эшҡыуар Шамил Айытов, Өфө районынан «Дарина Люкс» фирмаһы үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Йәрминкәгә килеүселәр халуми, фета, камамбер, рикотта, моцарелла, качотта, примасоле, ларимар, «Реблошон Блю» һәм башҡа уникаль сырҙарҙы, һөт ризыҡтарын тәмләп ҡараны һәм һатып алды.
Етештереүселәр һөйләүенсә, улар үҙ продукцияһын район үҙәктәрендә һата һәм Өфөләге «Зауыҡ кибете», «Фермер аҙыҡ-түлеге» магазиндарына, «Орион» һәм «Башҡортостан» сауҙа үҙәктәренә, «Сәләмәтлек нигеҙҙәре» селтәре магазиндарына килтерә. Республикалағы иң йәш сыр ҡайнатыусы «Дарина» фирмаһы әлегә продукцияһын социаль селтәрҙәр аша ғына һата. Мәсетле районындағы «Молпромстрой» фирмаһында етештерелгән ризыҡ Өфө һәм Екатеринбургтағы күмәртә базаларына тапшырыла; сырҙар «Байрам» магазиндар селтәрендә һатыла.
«Һатып алыусыларҙың ихтыяжы һәм сыр йәрминкәһенең коммерция уңышы бындай сараларҙы даими ойоштороу кәрәклеген раҫланы», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитетында. Киләһе йәрминкәләр 22 февралдә һәм 7 мартта «Сипайлово» сауҙа-сервис комплексы майҙансығында уҙа.
Теги:
сыр ҡайнатыусылар
йәрминкәләр
сауҙа
Читайте нас: