Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2017, 16:48

Юл хеҙмәттәре федераль трассаларҙы таҙартырға сыҡты – Федераль юл агентлығы

Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса дәүләт автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы
Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса дәүләт автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе биләмәһендәге федераль трассаларҙа 120-нән ашыу ҡар таҙартыу техникаһы эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса Федераль юл агентлығы. Ҡар күп яуған участкалар таҙартыла һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы реагент һибелә. «Ведомство хеҙмәткәрҙәре юлдарҙың торошон контролдә тотоу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләй», — тип билдәләнеләр Федераль юл агентлығының республика идаралығында.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 20-22 ғинуарҙа республикала көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -6, -13, урыны менән -9, -14, төндә -6, -15 градус тәшкил итәсәк.
Читайте нас