13:14 (UTC+5), 20 Января 2017

Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамланыуға ике айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды — Башҡортостан буйынса «Росреестр»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 2017 йылдың 1 мартында дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды биналарын граждандар милкенә бушлай тапшырыу программаһы тамамлана, — тип иҫкә төшөрҙөләр «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.
Торлаҡты хосусилаштырып өлгөрөр өсөн күрһәтелгән датаға тиклем вәкәләтле органға ғариза бирергә кәрәк — Өфөлә ул Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығы, ҡала һәм райондарҙа иһә муниципалитет хакимиәттәре. Программаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланһа ла, торлаҡты милеккә алыу килешеүе буйынса хоҡуҡтарҙы теркәү өсөн «Росреестр»ға мөрәжәғәт итергә мөмкин, — тип билдәләнеләр ведомствола.
Бөгөнгә республикала 572693 торлаҡ фонды объекттары тураһында 1228050 граждандар хоҡуғы теркәлгән дә инде. Ләкин торлаҡты хосусилаштырыу буйынса статистика йылдан-йыл кәмей.
Әгәр 2013 йылда Башҡортостанда ай һайын биш меңгә яҡын хоҡуҡ теркәлһә, уҙған йылда — бөтәһе 2,5 мең самаһы.
«Росреестр»ҙа барлыҡ граждандарға фатирҙарын тиҙерәк хосусилаштырырға тәҡдим итәләр. Кире осраҡта хосусилаштырылмаған торлаҡты һатып, алмаштырып, йәки мираҫҡа ҡалдырып булмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика