07:03 (UTC+5), 20 Января 2017

Төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыуға журналистар конкурсы иғлан ителгән

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ваҡытлы матбуғат баҫмалары һәм сайттар, мәғлүмәт агентлыҡтары, телевидение һәм радио журналистарын, материал авторҙарын, редакция коллективтарын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыу республика конкурсында ҡатнашырға саҡыра.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бәйгенең төп маҡсаты — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең төп бурыстарын һәм һөҙөмтәләрен халыҡҡа аңлатыу, шулай уҡ тармаҡты үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләрен яҡтыртыу буйынса журналистарҙы дәртләндереү.
Конкурсҡа былтыр донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Эштәрҙе 25 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем ебәрергә мөмкин. Бәйгегә йомғаҡ 25 апрелгә ҡәҙәр яһала.
Номинация еңеүселәренә диплом һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыла.
Конкурс тураһында өҫтәмә мәғлүмәт — Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика