07:52 (UTC+5), 20 Января 2017

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны кәмегән – Хеҙмәт министрлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың хеҙмәт баҙарындағы хәл уртаса Рәсәй йүнәлештәренә тап килә.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, былтыр дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,8 процентҡа тиклем төшкән. 2016 йыл башынан төбәктә «рәсми» эшһеҙҙәр һаны 9,5 процентҡа кәмегән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,29 проценттан 1,17-гә ҡәҙәр төшкән.
Әгәр былтыр йыл башында Башҡортостанда 26 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнһә, 2017 йылдың 17 ғинуарына — 22,7 мең, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата республиканың вакансиялар банкында 32,4 мең эш урыны тураһында мәғлүмәт булған. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 40 процентҡа тиерлек күберәк. 2016 йыл башынан хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты 1,2-нән 0,8-гә тиклем төшкән.
Республикала эшенән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны 11,1 мең кеше тәшкил иткән. 2015 йылдың аҙағында 13,5 мең эшһеҙ иҫәпләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика