10:21 (UTC+5), 19 Января 2017

Башҡортостан халҡы 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын әҙерләү буйынса тәҡдимдәрен индерә ала

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында республиканың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы проектын әҙерләүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү өсөн махсус электрон почта булдырылған.
Төбәкте үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерергә теләгән граждандар һәм йәмәғәтселек хатты 2030@bashkortostan.ru адресына ебәрә ала. Килгән ғаризалар стратегия проектында ҡарала һәм иҫәпкә алына, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Стратегия проекты «Үҫештең дөйөм мәсьәләләре», «Яңы индустрияны һәм баҙарҙы үҫтереү», «Кеше потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү», «Һөҙөмтәле аралашыу һәм эшҡыуарлыҡ, власть мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу юлы менән дәүләт идара итеү системаһын төҙөү», «Биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү моделен булдырыу» йүнәлештәре буйынса әҙерләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика