03:49 (UTC+5), 19 Января 2017

Башҡортостан аграрийҙары минераль ашламалар һатып ала башлаған

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әлеге ваҡытта Башҡортостан аграрийҙары планлаштырылған минераль ашламалар күләменең 11,3 процентын һатып алған. Дөйөм алғанда, ул 6,8 мең тоннаға яҡын. Бер йыл элек төбәктә өс мең тоннанан ашыу минераль ашлама, йәғни планлаштырылғандың 6,4 проценты алынған.
Хәҙер республика буйынса сәсеү майҙандарының һәр гектарына уртаса 2,2 килограмм тәьҫир итеүсе матдә тура килә.
Шул уҡ ваҡытта был күрһәткес буйынса иң күп минераль ашлама Дәүләкән районы хужалыҡтарында, унда сәсеү майҙандарының һәр гектарына 15-шәр килограмм тура килә. Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында был күрһәткес 13 һәм 12,7 килограмға тиң.
Бынан тыш, аграрийҙар үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын туплауын дауам итә. Дөйөм алғанда, әле Башҡортостан буйынса 52 тонна препарат бар, былтыр 34 тонна булған, тип билдәләнер төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика