13:57 (UTC+5), 18 Января 2017

Идара итеүсе компаниялар дөйөм йорт ихтыяжы өсөн аномаль суммалар иҫәпләй алмаясаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Яңы йылдан илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү 2016 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса уртаса һандарҙа күрһәтелгән нормативтар менән сикләнгән. Шулай итеп, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү асыҡ буласаҡ, тине Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов.
«Идара итеүсе компаниялар дөйөм йорт ихтыяжы өсөн аномаль суммалар иҫәпләй алмай. Ул ресурстарҙы һаҡлау өсөн бер ни ҙә эшләмәһә, нормативтан юғарыраҡ сығымдар уның иңенә ята. Был яңылыҡ халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе ведомство башлығы.
«Дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙәр күләме «хеҙмәтләндереү» иҫәбенә инер, тип хәүефләнә күптәр. Борсолоу урынһыҙ: идара итеүсе компания, һәр коммуналь ресурстан сығып, ҡулланылған күләмде һәм уның өсөн түләү суммаһын яҙырға тейеш. Тик быларҙың барыһы ла «хеҙмәтләндереү» бүлегенә индерелә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Илдар Шафиҡов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика