11:08 (UTC+5), 17 Января 2017

Төбәктәге 124,1 бәләкәй һәм урта предприятие Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм реестрында теркәлгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Әлеге мәлдә республикалағы 124103 бәләкәй һәм урта предприятие Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм реестрында теркәлгән. Реестр 2017 йылдың 10 авгусына тулыһынса әҙер булырға, эшҡыуарлыҡ субъекттары 1 июлгә тиклем үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш. Реестр йыл һайын хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны һәм алынған килем тураһындағы һалым документы мәғлүмәттәре нигеҙендә бәләкәй бизнес субъекттары хаҡында мәғлүмәттәрҙе яңырта.
Ағымдағы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 349202 кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүл.
Реестр статистикаһы республикала 47280 микропредприятие, 4482 — бәләкәй, 410 урта предприятие булыуын күрһәтә. Шәхси эшҡыуарҙар һаны — 71931 (микро — 71274, бәләкәй — 647, урта — 10).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, микропредприятиеларҙың килеме йылына 120 миллион, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың иһә 800 миллион һәм 2 миллиард һумдан артмаҫҡа тейеш. Микропредприятиелағы хеҙмәткәрҙәрҙең һаны күп тигәндә — 15, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙа 100 һәм 250 кеше тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика