03:27 (UTC+5), 17 Января 2017

1 ғинуарҙан универсаль электрон карталар бөтөрөлдө

ria.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2017 йылдың 1 ғинуарынан универсаль электрон карталар (УЭК) бөтөрөлдө. Быға тиклем улар мотлаҡ медицина страховкалау полисы (ОМС) һәм пенсия страховкалау таныҡлығы (СНИЛС) сифатында ҡулланылды. Карталарҙы хеҙмәтләндереү һәм УЭК-ты файҙаланып хеҙмәттәр күрһәтеү 2017 йылдың 31 мартынан алып туҡтатыла, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан социаль карталар регистры» акционерҙар йәмғиәтенең дәғүә эштәре бүлегендә.
Универсаль электрон картала урынлаштырылған төбәк электрон ҡушымталар («Берҙәм социаль юл йөрөү билеты» транспорт ҡушымтаһы, дисконт ҡушымта) уларҙың ғәмәлдәге ваҡыты бөткәнсе эшләй һәм республика социаль карталар регистры менән оҙатылып бара.
2016 йылдың декабрендә Дәүләт Думаһы универсаль электрон карталарҙы бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Быны ул Рәсәй гражданы шәхесен раҫлаусы төп документ сифатында икенсе – берҙәм микросхемалы пластик карта формаһында паспорт индереү менән аңлата.
«Универсаль электрон карталар» акционерҙар йәмғиәте 2010 йылдың майында 2014 йылға бөтә Рәсәй граждандарын универсаль карталар менән тәьмин итеү маҡсаты менән булдырылғайны. Аҡса етмәү сәбәпле, проектты ғәмәлгә ашырыу даими һуҙылып килде, ниһайәт, унан баш тартырға ҡарар ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика