Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2017, 11:15
Республика ауылдарында яңы ҡаҙанлыҡтар төҙөләсәк
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2016 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың Туймазы районында йылытыу системаһын яңыртыуға аҡса бүлеү тураһындағы ғаризаһын хупланы. Ошо көндәрҙә муниципалитет тәүге транш ала, ул Ҡандра һәм Серафимовка ауылдарындағы ике ҡаҙанлыҡты яңыртырға мөмкинлек бирәсәк. Заказ Туймазы районының ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары заводында урынлаштырылған, ауылдарҙа иһә нигеҙ һала башлағандар. Серафимовка ауылы өсөн ҡаҙанлыҡты заводта йыйыу һәм шул килеш майҙансыҡҡа килтереү күҙаллана. Ҡандра өсөн ҡеүәтлерәк һәм ҙурыраҡ ҡаҙанлыҡты урында эшләп күтәрәсәктәр. Эштәр быйыл апрелдә тамамланырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
торлаҡ-коммуналь хужалығы
йылытыу
ҡаҙанлыҡтар
Читайте нас: