Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2017, 11:47

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, былтыр октябрҙә республикала уртаса эш хаҡы 27 217,6 һум тәшкил иткән.
Әлеге ваҡытта төбәктәге иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың һаны — 2 031,6 мең кеше. 2016 йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре ошондай.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, Башҡортостанда 113,2 мең кеше — эшһеҙ.
Ноябрь айы менән сағыштырғанда дөйөм эшһеҙлек кимәле бер аҙ кәмегән һәм йыл аҙағына 5,6 процент тәшкил иткән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, хәҙер эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 8982 һумға тиң.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: