10:22 (UTC+5), 12 Января 2017

Башҡортостан ил төбәктәре рейтингында тәүге тапҡыр көслө инноваторҙар төркөмөнә инде

Depositphotos.com
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан беренсе тапҡыр Рәсәйҙең көслө инноваторҙары төркөмөнә инде. Инновациялы төбәктәр рейтингында тәүге урынды илдең баш ҡалаһы биләй, тип хәбәр итә «РИА Новости». Икенсе урында — Санкт-Петербург. Өсөнсөлә — Татарстан. Илдең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы әҙерләгән рейтинг Гайдар форумы барышында тәҡдим ителде.
2016 йылдағы рейтингтың төп версияһын иҫәпләү өсөн тулайым төбәк продуктына бәйле индикаторҙарҙан тыш, былтырғы һәм 2015 йылдағы статистика мәғлүмәттәре алынған. Рейтингка 29 индикатор инә, улар араһында халыҡ һанына ҡарата төбәкте тикшереүселәр, патент ғаризалары һаны, инновацияларҙы тормошҡа ашырған компанияларҙың сағыштырма ауырлығы, төп фондтарҙы яңыртыу коэффициенты бар.
Рейтингтың яңы версияһына төбәктең инновация әүҙемлеген сағылдырған тағы ла алты индикатор индерелгән. Барлыҡ 85 төбәк биш төркөмгә: көслө, уртаса-көслө, уртаса, уртаса-көсһөҙ һәм көсһөҙ инноваторҙарға бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика