07:58 (UTC+5), 12 Января 2017

2018 йылдан йорт хайуандарына һәм ауыл хужалығы малдарына келәймә һуғыу мәжбүри буласаҡ

асыҡ сығанаҡ
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2018 йылдан йорт хайуандарына һәм ауыл хужалығы малдарына келәймә һуғыу мәжбүри буласаҡ, тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Хөкүмәт Ауыл хужалығы, Иҡтисади үҫеш һәм Финанс министрлыҡтарына 15 февралгә тиклем идентификация системаһын индереүҙең «юл картаһын» әҙерләргә ҡушты. Ошо процесты ике этапта үткәреү ҡаралған. 2018 йылдың 1 ғинуарынан аттарға, ишәктәргә, ҡасырҙарға, эре мөгөҙлө малдарға, боландарға, дөйәләргә, сусҡаларға, 2019 йылдан иһә һарыҡтарға, кәзәләргә, эттәргә, бесәйҙәргә, йорт ҡоштарына, затлы тиреле йәнлектәргә, йорт ҡуяндарына, бал ҡорттарына, балыҡтарға келәймә һуғылырға тейеш.
Хайуандарға 15 һандан торған номер бирелә. Унда мал тураһында мәғлүмәт туплана. Тамға һуғыу саралары: чип, бирка, ҡарғы, татуировка, тамға, балдаҡ. Малға тыуғандан һуң тәүге өс ай эсендә йәки илгә индергәс тә келәймә һуғыу зарур. Закон ҡабул ителгәнгә тиклем тыуған хайуандарҙы системаға индереү кәрәкме, юҡмы икәнлеге аныҡланмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика