06:15 (UTC+5), 12 Ғинуар 2017

1 февралдән илдә пенсиялар 5,4 процентҡа индексациялана

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл 1 февралдән Рәсәйҙә страховка пенсиялары 5,4 процентҡа, 2016 йылдағы инфляция кимәлендә индексациялана.
Бынан тыш, 1 февралдән балалар пособиеһы, һуғыш ветерандарына һәм инвалидтарға түләүҙәр 5,4 процентҡа арта.
1 апрелдә пенсияларҙы икенсе тапҡыр индексациялау көтөлә. 2017 йылда дөйөм индексация 5,8 процент тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл ғинуарҙа Рәсәй Пенсия фонды пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе тарата.
Илдең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 13,2 мең һум булған.
Пенсионерҙар биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ала башлаған да инде. 11 ғинуарға ҡарата ул 4 миллион кешенең иҫәбенә күскән. Аҡса 44 миллионға яҡын пенсионерға тапшырылырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика