12:46 (UTC+5), 11 Января 2017

Вьетнамдың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Вьетнамдың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында төрлө тармаҡтарҙа Башҡортостан менән таныштырыу сараһы үтте. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Вьетнам Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы илдәре араһында Рәсәйҙең ҙур сауҙа партнеры булды. Илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, үҙ-ара сауҙа итеү күләме 3,9 миллиард долларға, шул иҫәптән экспорт – 1,85, импорт 2,05 миллиард долларға еткән. Рәсәй экспорты өсөн машиналар һәм ҡорамалдар (63 процент), минераль сеймал (12,6), химия сәнәғәте продукцияһы (6,9); импортҡа электр техникаһы (54,7), туҡыма (21,5), аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы (16,4) хас. Нефть һәм газ табыу иҡтисад өлкәһендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.
Башҡортостан делегацияһын етәкләгән республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов осрашыуҙа ҡатнашыусыларға инвестиция мөхите тураһында мәғлүмәт бирҙе. Төбәктә уны булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәйҙең Вьетнамдағы сауҙа вәкиле Вячеслав Харинов фекеренсә, Вьетнам эшҡыуарлығы Башҡортостан предприятиеларының урындағы баҙарҙа эшләргә әҙерлеген лайыҡлы баһаларға тейеш.
Эшҡыуарлыҡ яғынан республика делегацияһы составына нефть һәм газ, энергетика, медицина, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән 15 предприятие ингән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин. Ике предприятие Вьетнам яғы менән хеҙмәттәшлек итә лә инде, башҡалар ҡулланыусылар ихтыяжы үҙенсәлектәрен өйрәнергә һәм сит ил баҙарына сығыу мөмкинлектәрен баһаларға ниәтләй.
Рәсми өлөш тамамланғас, «эшҡыуарлыҡ эшҡыуарлыҡ өсөн» форматында һөйләшеүҙәр үтте.
Шул уҡ көндә Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре True Milk агросәнәғәт предприятиеһына һәм Petrovietnam нефть компанияһына барҙы, унда етештереү технологиялары һәм баҙарҙа һорау менән файҙаланған продукция менән танышты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика