Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2017, 14:40

Төбәктең агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге 52 инвестиция проекты 1,2 миллиард һумлыҡ федераль субсидия ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының агросәнәғәт комплексын кредитлау мәсьәләләрен координациялау буйынса комиссияһы Башҡортостандан дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ 52 инвестиция проектын һайлап алған.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, комиссия ултырышында процент ставкаһының бер өлөшөн субсидиялауға дәғүә иткән инвестиция проекттары ҡаралған. Республика предприятиелары тәҡдим иткән 52 проекттың 44-е төбәктә һөт малсылығын үҫтереүгә бәйле һәм техник, технологик яңыртыуға ҡағыла.
Биш инвестиция проекты төбәктә ит малсылығын артабан үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Тағы ла өс проект ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә бәйле.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас