10:51 (UTC+5), 11 Января 2017

Республикала пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге түләүҙе таратыу 13 ғинуарҙа башлана

vesti.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе таратыу 13 ғинуарҙа башлана. Республикалағы Федераль почта элемтәһе идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо сумманы 1,5 миллион кеше аласаҡ. «Аҡса 2016 йылдың 31 декабренә хаҡлы ялда булған кешеләргә тапшырыла. Бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәт итеү талап ителмәй», — тип аңлатма бирҙеләр төбәктәге Федераль почта элемтәһе идаралығында.
График буйынса 13-нән пенсия алған оло йәштәгеләргә түләү пенсия менән бергә бирелә. Айҙың тәүге яртыһында пенсия алғандарға биш мең һум 13 ғинуарҙан 28-нә тиклем таратыла.
Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе таратыу 12 ғинуарҙа уҡ башлана. «Әгәр кеше өйҙә булмаһа, почтальон почта йәшнигендә тейешле белдереү ҡағыҙы ҡалдыра. Пенсионер ошо аҡсаны 28 ғинуарға тиклем үҙенең почта бүлексәһендә ала йә иһә почтальон уны февраль пенсияһы менән бергә килтерә», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй почтаһы филиалында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика