Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2017, 14:14

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы машина урындарына талаптарҙы раҫланы

neo-park.ru
neo-park.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы парковкалағы машина урындарының дәүмәленә талаптарҙы раҫланы. Хәҙер уларҙы күсемһеҙ милек тип иҫәпләргә мөмкин. Кәм тигәндә — 5,3-кә 2,5, күп тигәндә 6,2-гә 3,6 метр. Нормалар еңел автомобилдәрҙең максималь оҙонлоғо һәм киңлеге нигеҙендә иҫәпләнгән.
2017 йылдың 1 ғинуарынан машина урындары күсемһеҙ милек төрҙәренең береһе булып иҫәпләнә. Парковка урыны кадастрҙа иҫәпкә алына, машина урыны раҫланған дәүмәлдәргә тап килгән осраҡта уға милек хоҡуғын теркәргә мөмкин. Буласаҡ объектты планлаштырғанда проектлаусылар быны иҫәпкә алырға тейеш.
Норматив-хоҡуҡи база парковка урындарын милеккә алырға, һатырға, бүләк итергә мөмкинлек бирә.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: