Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ғинуар 2017, 12:50

Башҡортостандың ике ҡалаһына Йылдам үҫешеүсе биләмәләр исеме бирелде

ӨФӨ, 5 ғинуар, 2016 йыл./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларына Йылдам үҫешеүсе биләмәләр исеме бирелде. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев ярашлы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
2015 йылдың октябрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Внешэкономбанк Рәйесе урынбаҫары, Интеграция һәм иҡтисади үҫеш буйынса Хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы яңыртыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән осрашты. Унда Рөстәм Хәмитов һәм Илья Кривогов Күмертауҙы үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул яңы эш урындарын булдырыу һәм моноҡалаға инвестициялар йәлеп итеү өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Һуңыраҡ 2016 йылдың апрелендә Бәләбәйҙе үҫтереү буйынса оҡшаш килешеү төҙөлә.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә сағылған йөкләмәләрҙе үтәү сиктәрендә Күмертау һәм Бәләбәй ҡалалары 2016 йылдың мартында «TOP» исемлегенә индереү өсөн Моноҡалаларҙы үҫтереү фондында үҙ проекттарын яҡлай. Исемлеккә индереүгә Башҡортостан Башлығының Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды һәм Внешэкономбанк вәкилдәре менән уҙғарған бер төркөм осрашыуы һәм кәңәшмәһе тәьҫир итә. Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларының идара итеүсе командалары дүрт ай дауамында «Сколково» мәктәбендә уҡый, һөҙөмтәлә үҫеш стратегияһын булдыра.
2016 йылдың декабрендә республика Хөкүмәте Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса проект офисы ойоштора. Уның маҡсаты – инвестиция йәлеп итеү өсөн яйлы шарттар булдырыу, йылдам социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеү һәм Башҡортостан Республикаһы монопрофилле муниципаль берәмектәре биләмәләрендә халыҡтың тормош тәьминәтен ойоштороуҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса планлаштырыуҙы ойоштороу һәм проект эшмәкәрлеген контролдә тотоу.
Был моноҡалаларҙа ҡаланы ойоштороусы предприятиелар булып «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәте һәм «Автонормаль» Бәләбәй заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора.
Күмертауҙа беренсе һәм иң эре резидент – «Сигма» компаниялар төркөмөнөң 6 миллиард һум самаһындай май экстракцияһы заводы. Бәләбәйҙә дөйөм 8 миллиард һумлыҡ биш инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.
2017 йылда республиканың тағы дүрт моноҡалаһы: Белорет (ҡаланы ойоштороусы предприятие булып «Мечел» төркөмөнөң Белорет металлургия комбинаты тора), Нефтекама (КамАЗ төркөмөнөң НефАЗ заводы), Благовещен («Полиэф» – СИБУР) һәм Учалы (Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты) «TOP» исемлегенә индереүгә заявка тапшырырға ниәтләнә. Белорет һәм Нефтекама социаль-иҡтисади хәле насарайыу хәүефенә эйә булған ҡалалар, Благовещен менән Учалы – социаль-иҡтисади торошо тотороҡло монопрофилле биләмәләр категорияһына индерелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: