09:29 (UTC+5), 30 Декабря 2016

Ту-154 авиафажиғәһендә һәләк булған Башҡортостан кешеләренең туғандарына республика 1-шәр миллион һум аҡса бүләсәк

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 25 декабрҙә Сочи эргәһендә авиафажиғәлә һәләк булған Башҡортостан кешеләренең туғандары 1-шәр миллион һум компенсация аласаҡ. Рәсәй Оборона министрлығының Ту-154 һауа судноһы һәләкәткә осрау сәбәпле һәләк булған Башҡортостан кешеләренең ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса республика Хөкүмәтенең резерв фондынан бүленәсәк. Тейешле бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, 25 декабрҙә Сочи эргәһендә һәләкәткә осраған самолетта Башҡортостандың ике кешеһе: Хәсәнов Әмир Бакир улы һәм Иванов Максим Александрович була.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерә.
Шул ваҡытта «Согаз» страховкалау компанияһында Ҡара диңгеҙ өҫтөндә авиафажиғалә һәләк булғандарҙың туғандарына страховкалау аҡсалары түләнә башланған. Тап ошо компанияла һауа судноларын эксплуатациялауҙа өсөнсө йөҙҙәрҙең ғүмеренә, һаулығына һәм (йәки) мөлкәтенә зыян килтергәндә Рәсәй Оборона министрлығының яуаплылығы страховкаланған.
Һәләк булған һәр хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһенә компенсация күләме дөйөм алғанда 5,8 миллион һумдан күберәк тәшкил итәсәк, уларҙың 2,337 миллион һумы – страховка түләүе һәм 3,506 миллион һумы – бер тапҡыр булған пособие.
Авиафажиғә ҡорбандарының туғандары шулай уҡ 2 миллион һум самаһындай авиастраковкалау буйынса түләү аласаҡ, тип хәбәр итә «Российская газета» баҫмаһы.
Бынан тыш, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы Ту-154 авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙың бурыстарын һәм кредиттарын иҫәптән сығарырға ҡарар иткән. Зыян күреүселәргә ярҙам итеү саралары тураһында «ВТБ» банкы ла белдәрә, тип хәбәр итә «РБК».
Рәсәй транспорт министры, авиафажиғәне тикшереү буйынса комиссия рәйесе Максим Соколовтың әйтеүе буйынса, бурыстарҙы иҫәптән сығарыу өсөн һәләк булғандарҙың яҡын туғандарына тейешле ғаризалар яҙырға кәрәк. Улар Һаҡлыҡ банкының үҙендә, шулай уҡ махсус Оборона һәм Хеҙмәт министрлыҡтары штабтарында ҡабул ителәсәк.
Һаҡлыҡ банкының «ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800-100-11-66.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика