13:10 (UTC+5), 30 Декабрь 2016

Республикала йомортҡа һәм ҡош ите етештереү күләме артҡан

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда йомортҡа етештереү күләме 2015 йыл менән сағыштырмаса 18,7 процентҡа артып 1,114 миллиард данаға еткән.
Шул уҡ ваҡытта төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында 842 миллион дана (128,6 процент), крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында – 18 миллион (96 процент), шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 254 миллион дана (96 процент) йомортҡа етештерелгән. Был республика агросәнәғәт комплексының ағымдағы йылға яҡынса йомғаҡтары.
Шул арала, бөтә категория хужалыҡтарында хәҙер 11,5 миллиондан ашыу йорт ҡош-ҡорто иҫәпләнә. Тере ауырлыҡта 70,5 мең тонна ҡош һуғымға оҙатылған. Уҙған йыл менән сағыштырмаса үҫеш 3 процент тәшкил иткән.
Бөгөнгө көнгә республикала эре ҡошсолоҡ предприятиелары булып «Туймазы», «Стәрлетамаҡ», «Благовещен», «Юбилей», «Авдон» һәм «Өфө» ҡошсолоҡ фабрикаларын берләштереүсе «Русское зерно» компанияһы, шулай уҡ «Башҡорт бройлеры», «Благовар», «Башҡорт ҡаҙы» һәм «Алтын ҡаҙ» предприятиелары һанала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика