04:22 (UTC+5), 30 Декабрь 2016

Республикала капиталь ремонтлау программаһы яңы йорттар менән тулыланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау республика программаһы актуаль булды. Бының хаҡта БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Күп фатирлы йорттарҙың техних торошон тикшереү һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә һәм һүтелергә тейеш тип табылған 129 йорт программанан сығарылды.
Шулай уҡ программаға яңылыш индерелгән һәм күп фатирлы дөйөм ятаҡ, бергә төҙөлгән йорт булмаған объекттар сығарылды.
Шул уҡ ваҡытта капиталь ремонтлау республика программаһына 181 күп фатирлы йорт индерелгән. Был исемлеккә алдан урындағы үҙидара органдары иҫәпкә алмаған, шулай уҡ төҙөлгәндән һуң файҙаланыуға тапшырылған яңы йорттар ҡарай.
Уҙғарған актуалләштереүҙән һуң Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау республика программаһына дөйөм майҙаны 56825,6 мең квадрат тәшкил иткән 16818 йорт индерелгән.
Яңы капиталь ремонтлау программаһының бөтә эшләү осоронда, 2014 йылдың октябренән алып, дөйөм майҙаны 10,5 миллион квадрат метр самаһы тәшкил иткән 2751 йортта эштәр башҡарылған. Республикала йәшәүсе 420 меңдән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, тип аныҡланылар ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика