06:08 (UTC+5), 30 Декабрь 2016

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү планы арттырып үтәлгән

Ольга Мортазина
Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Урмандарҙы тергеҙеү йылы» тип иғлан ителгән 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан планлаштырылған эштәрҙе тулыһынса үтәүсе ун төбәк исемлегенә ингән. БР Урман хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, урмандарҙы тергеҙеү эштәре 12,4 мең гектарҙа башҡарылған, ул пландан 104 процент, шул иҫәптән 7 мең гектар майҙанда урман ултыртылған.
Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы төбәктәре исемлегенә Липецк, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Сахалин, Тверь, Тамбов, Ленинград, Яңы Себер өлкәләре, Башҡортостан һәм Карелия республикалары инә. Башҡортостан – дүртенсе урында. Илдә бөтәһе бергә 800 мең гектарҙан ашыу майҙанда урман тергеҙелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика