Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Декабрь 2016, 09:46

Рөстәм Хәмитов төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың баланслы булыуын тәьмин итеү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 28 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2017-2019 йылдарҙа төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың баланслы булыуын тәьмин итеү буйынса саралар күреү тураһында кәңәшмә уҙғарҙы, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев бюджет-ара бәйләнеш мәсьәләһен хәл итеүҙән төбәктәрҙең социаль именлеге, уларҙың иҡтисади потенциалын үҫтереү, федератив бәйләнештәрҙең ғәҙел ҡоролошо һәм ахырҙа дәүләт идара итеү һөҙөмтәлелеге тора, тип билдәләне.
Премьер-министрҙың әйтеүе буйынса, 2016 йыл дауамында төбәк финанстары менән дөйөм хәлде яҡшыртырға, төбәк бюджеттарының баланслы булыуын күтәрергә, саманан тыш ҙур бурыс йөкләмәләрен кәметергә, территорияларға үҙ һалым базаһын әүҙемерәк арттыра алыу шарттары булдырырға бирәсәк бер төркөм ҡарар ҡабул ителде.
Киләһе йылда төбәктәргә ярҙам быйылғы менән сағыштырмаса яҡынса туғыҙ процентҡа арттырыласаҡ. Дөйөм бюджет-ара трансфер күләме 1,6 триллион һум тиерлек кимәлдә планлаштырылған. Дотациялар 13 процентҡа, субсидиялар өстән бер өлөшкә тиерлек күтәреләк, тип хәбәр итте Дмитрий Медведев.
Хөкүмәт Рәйесе төбәктәрҙең бюджет тәьмин ителешен тигеҙләү өсөн дотациялар биреү ҡағиҙәләренә үҙгәреш индереүсе ҡарарға ҡул ҡуйыуын белдерҙе.
- Иң мөһиме: 2017 йылдан алып Финанстар министрлығы менән килешеү төҙөгән бөтә федераль дотация алыусылар үҙ өҫтәренә төбәктәрҙә иҡтисади потенциалды үҫтереү һәм һөҙөмтәһеҙ бюджет сығымдарын кәметеү буйынса йөкләмәләр алырға тейеш, – тине Дмитрий Медведев. – Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, һалым потенциалын арттырыу буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүсе төбәктәргә киләһе йылдан алып иҡтисади үҫеш иҫәбенә гранттарҙы арттырабыҙ – 5 миллиард һумдан алып 20 миллиард һумға тиклем. Бынан тыш, килемгә һалым артымының федераль өлөшөн төбәктәр ҡарамағында ҡалдырырға ҡарар иттек.
Дмитрий Медведев төбәктәргә федераль бюджеттан субсидиялар төҙөү, биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелеүен билдәләне. 2018 йылдан үҙ көсөнә инәсәк был ҡарар бергәләп финанслауҙың сикке күләмен билдәләүҙә яңы алымды ниәтләй.
Тағы ла бер ҡарар киләһе йылға бюджет кредиттары биреү ҡағиҙәләрен раҫлай. Был хеҙмәтләндереүҙә ҡиммәтле коммерция кредиттарын алмаштырып төбәктәргә бурыс йөкләмәһен кәметергә ярҙам итеүсе мөһим механизм. Ошо маҡсатҡа киләһе йыл бюджетында бөтәһе 200 миллиард һумға тиклем аҡса һалынған, улар төбәк бюджеттарының өлөшләтә дефицитын йылына 0,1 процент ставкаһы буйынса ҡаплау, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү сараларын йылына 0 процент ставкаһы буйынса финанслау өсөн тәғәйенләнгән.
Автор: Александр Смирнов
Читайте нас