Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2016-2020 йылдарға республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегик планы раҫланды. Тейешле
бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.