11:57 (UTC+5), 28 Декабрь 2016

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй вертолеттары» йәмғиәте генераль директоры Александр Михеев менән осрашты

БР Башлығының Матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
Өфө, 2016 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 28 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй вертолеттары» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Михеев менән осрашты. Осрашыуҙа «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» (КүмАПП) акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Юрий Пустовгаров ҡатнашты.
Яҡтар республикала вертолет төҙөү тармағын үҫтереү мәсьәләләрен, шул иҫәптән Күмертау авиация етештереү предприятиеһының хәҙерге хәлен тикшерҙе. Александр Михеевтың әйтеүе буйынса, 2016 йылды КүмАПП яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай: дәүләт оборона заказы буйынса бөтә эштәрҙе һәм бер нисә контрактты тулы күләмдә үтәне, шулай уҡ яңы модификациялы вертолет етештерҙе.
- Күмертау предприятиеһының Ка-27М кәмәгә ҡаршы вертолеттың яңы тибы производствоһын тергеҙеүҙә ойоштороусы булып тороуын айырып әйтәһем килә. 2016 йылда предприятие уны ныҡлап модернизациялау буйынса контрактты үтәне, шулай уҡ Ка-29 маркалы вертолет партияһын йүнәтте. Бынан тыш, КүмАПП яңы техника етештереүҙе өйрәнеүен дауам итә, – тип хәбәр итте холдинг етәксеһе. – Быйыл предприятиела винт колонкалары бөкләнә торған һәм яңы борт ҡорамалдары менән тәүге еңел Ка-226Т вертолеты сыға. Рәсәй һәм сит ил заказсылары яғынан яр буйҙарын һәм башҡа көс структураларын ҡорамалландырыу өсөн был вертолетҡа ҙур ихтыяж булыуын көтәбеҙ. Беҙҙең баһаламалар буйынса, был вертолеттың потенциалы бик ҙур. Шул уҡ ваҡытта Күмертау авиация етештереү предприятиеһында Ка-226Т вертолетының төп версияһын етештереү буйынса эш дауам ителәсәк.
- 2015 йылда планлаштырып ҡуйылған уртаҡ эшебеҙ һөҙөмтәһендә заводты күтәреп булды, бөгөн ул үҫеш юлына сығып килә. Был Өфө моторҙар һәм агрегат эшләү берекмәләренән һуң республиканың һәм холдингтарҙың бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә яңы көс алған өсөнсө предприятие, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Барыһы ла кешеләрҙең үҙенән, етәкселәрҙең теләгенән тора. Теләк һәм һәм хәлде яҡшы аңлау менән бөтә мәсьәләләрҙе сисеп була.
2016 йылдың аҙағына тиклем предприятие 2015 йылда килешелгән контракт буйынса Ҡытайға күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолетының тәүге партияһын оҙатасаҡ, тип һөйләне Юрий Пустовгаров. 2017 йылда КүмАПП ағымдағы экспорт контракттарын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәсәк, шулай уҡ Ка-32А11ВС етештереүгә, сит ил заказсылары өсөн Ка-28 партияһын капиталь ремонтлауға һәм модернизациялауға яңы килешеүҙәр төҙөргә планлаштыра. Бынан тыш, предприятие киләһе йыл да Ка-27 вертолетын модернизациялау өҫтөндә эшләйәсәк.
- 2017 йылда аҡса менән һанағанда ағымдағы йылдан 45 процентҡа күберәк продукция һатырға иҫәп тотабыҙ. Етештереү ҡеүәттәре менән проблемаларыбыҙ юҡ, – тип билдәләне Күмертау авиация етештереү предприятиеһының идара итеүсе директоры.
Фекер алышыу барышында Күмертау предприятиеһының инфраструктураһын һәм социаль сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре ҡуҙғатылды.
«Рәсәй вертолеттары» акционерҙар йәмғиәте («Рәсәй технологиялары» Дәүләт корпорацияһы составына инә) – вертолет эшләү тармағында донъя лидерҙарының береһе, Рәсәйҙә берҙән-бер вертолеттар уйлап сығарыусы һәм етештереүсе. Холдинг 2007 йылда ойошторолған. Уның составына биш вертолет заводы, ике конструкторҙар бюроһы, шулай уҡ комплектлаштырыу изделиелары етештереү һәм хеҙмәтләндереү буйынса предприятие, Рәсәйҙә һәм уның ситендә һатҡандан һуң оҙатыуҙы тәьмин итеүсе авиаремонт заводтары һәм сервис компанияһы инә. Холдинг продукцияһын һатып алыусылар – Рәсәй Оборона министрлығы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, башҡа дәүләт заказсылары, «Газпром авиа» һәм Utair авиация компаниялары, эре Рәсәй һәм сит ил компаниялары. 2015 йылда «Рәсәй вертолеттары»ның килеме халыҡ-ара финанс отчетлыҡ стандарттары буйынса 29,5 процентҡа артҡан һәм 220 миллиард һум тәшкил иткән, йәмғиәт 212 вертолет сығарған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика