Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Декабрь 2016, 08:55

Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының «Форсайт навигациялар» сараларын уҙғарыу хоҡуғына эйә булды

Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Пермь крайы һәм Удмуртия ингән төбәк-ара команда составында 2017 йылда «Форсайт навигациялар» сараларын уҙғарыу хоҡуғына эйә булды. Стратегик башланғыстар агентлығы уның ойоштороусыһы булып тора.
Еңеүселәр иҫәбендә шулай уҡ Якутск, Санкт-Петербург, Томск һәм Мәскәү өлкәһе командалары. Дөйөм алғанда Стратегик башланғыстар агентлығына төбәктәрҙән 40-лаған заявка тапшырылған. Иң яҡшы проекттарҙы яҡлау Санкт-Петербургта уҙҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Форсайт навигациялар» саралары киләһе йылдың май айынан алып авгусына тиклем, 2012-2016 йылдарҙа Агентлыҡ уҙғарған ойоштороу формаларын, алымдарын һәм «Форсайт-флот» фирма стилен тулыһынса үтәп, уҙғарыласаҡ. Проект «Rapid Foresight» методологияһы (ул киләсәкте бергәләп проектлау һәм уны тормошҡа ашырыу тураһында интеллектуаль алдан килешеү технологияһы) нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы туплаған уртаҡ проект эшенең иң яҡшы практикаһын күпләп таратырға мөмкинлек бирә.
Составына власть органдары, бизнес, мәғариф вәкилдәре ингән төбәк командалары «Форсайт навигациялар» ярҙамында «таланттарҙы йәлеп итеү моделе», яңы социаль институттар һәм ошо институттарҙы берләштереүсе ойоштороу формалары табыу һәм барлыҡҡа килтереү буйынса йылдам эксперименттар уҙғара аласаҡ.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: