11:11 (UTC+5), 26 Декабря 2016

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында тауар әйләнеше кәмегән

БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
Ольга Мортазина
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың һигеҙ муниципалитеты ингән төньяҡ-көнсығыш субтөбәгендә 2017-2020 йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе буйынса күсмә кәңәшмә уҙҙы. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов үткәрҙе. Атап әйткәндә, сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһенең торошо тикшерелде. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, республикала ваҡлап һатыу тауар әйләнешендә төбәктең төньяҡ-көнсығыш өлөшөнә 1,07 процент ҡына тура килә. Һигеҙ райондың бишәүһендә берәмләп һатыу әйләнешендә кире динамика күҙәтелә.
Ведомствола субтөбәкте «Башҡортостан продукты» программаһын тормошҡа ашырыуға әүҙем йәлеп итеү һәм етештереүселәрҙең үҙ берәмләп һатыу селтәрен булдырыу кеүек дәртләндереү сараларын тәҡдим иттеләр. Бөгөнгә субтөбәктең ете предприятиеһы бренд менән ҡулланыу хоҡуғына эйә, уларҙың күберәк булыуы ла мөмкин, тип билдәләне БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Гүзәл Аҫылова.
Икенсе варинат – ҙур булмаған һәм урта тауар етештереүселәрҙең сеймал зонаһы, берҙәм һаҡлағыс, эшкәртеү производстволары тирәләй етештереү-һатыу кооперативтарына берләшеү.
Шулай уҡ артабан да ябайлаштырылған сауҙа формаларын үҫтерергә кәрәк. Уҙып барған йылда төньяҡ-көнсығышта 752 сауҙа нөктәһе менән 281 йәрминкә уҙған. 2015 йылда йылда 586 урын менән 252 йәрминкә булған.
Субтөбәк биләмәһендә даими рәүештә алты баҙар эшләй, Ҡариҙел һәм Нуриман райондарында баҙарҙар юҡ. Сауҙа объекттары менән тәьмин ителгәнлек нормативтары китап магазиндары, дөйөм туҡланыу һәм хатта аҙыҡ-түлек тауарҙары буйынса үтәлмәй. Сауҙа өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙың кәмеүе күҙәтелә. Уларға, мәҫәлән 500 мең һумға тиклем ярҙам ҡаралған, «Стартап» муниципаль программалар ярҙамында булышлыҡ итеп була. Тап бәләкәй сауҙа форматтары граждандарҙың үҙ мәшғүллеген тәьмин итә һәм эш башлап торған эшҡыуарҙар өсөн этәргес булып тора, тип билдәләне республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты башлығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика