03:10 (UTC+5), 26 Декабря 2016

Бүздәк районында теплица комплексының майҙаны 2020 йылға тиклем ике тапҡырға артасаҡ

БР Башлығының Матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 декабрҙә Бүздәк районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фермер Фәвил Хәбибрахмановтың теплица комплексының сираттағы төҙөлөш этабы менән танышты.
Хужалыҡ башлығы урынбаҫары Шафоат Хәбибрахманованың әйтеүе буйынса, алдағы өс-дүрт йылда йәшелсә культураларын үҫтереүгә майҙанды ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Йылына 9-11 мең тонна продукция етештереләсәк. Шул уҡ ваҡытта 150-гә тиклем өҫтәмә яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Бөгөнгө көндә дүрт этапта дөйөм етештереү майҙаны 6 гектар тәшкил иткән теплица комплексы төҙөлгән. Инвестициялар күләме – 1,1 миллиард һум. Районда 70 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.
Комплекс заманса технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡыярҙар электр менән өҫтәмә яҡтыртыуҙы ҡулланып аҙ күләмле технологиялар нигеҙендә үрсетелә. Был алым квадрат метрҙан 100-120 килограмға тиклем уңыш алырға, йәшелсәне йыл әйләнәһенә үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Тик быйыл ғына 4,8 мең тонна ҡыяр етештерелгән. Бынан тыш, хужалыҡта йәшел тәмләткестәр (петрушка, укроп, базилик) һәм һабаҡ салат үҫтерәләр. Комплекстың продукцияһына «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе бирелгән.
Рөстәм Хәмитов крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселеге менән теплица хужалығын һәм асыҡ ерҙә үҫемлекселекте үҫтереү перспективалары тураһында һөйләште. Шафоат Хәбибрахманова киләсәктә томат, болгар боросо, баклажан үҫтерергә, шулай уҡ малсылыҡ продукцияларын етештерергә күҙаллауҙарын белдерҙе.
Төбәк етәксеһе хужалыҡ эшмәкәрлеген юғары баһаланы, агросәнәғәт комплексына бөгөн алдынғы технологияларға һәм асыштарға таянырға кәрәк, юғиһә юғары уңышҡа ла, етештереүҙең килемлелегенә лә өлгәшеү ҡыйын, тип билдәләне.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика