14:03 (UTC+5), 16 Декабря 2016

Ит фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҙур бәлеш бешерергә һәм гамбургер яһарға өйрәтәсәктәр

youtube.com
youtube.com
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 17 декабрҙә Өфөлә ит фестивалендә республикалағы иң яҡшы кулинарҙар оҫталыҡ дәрестәре бирә. Йәрминкә һәм күңел асыуҙар «Йәй» күп функциялы комплекс биләмәһендә ойошторола. Ашнаҡсылар тамашаһы көндөҙгө 12-се яртыла башлана.
Беренсе булып Башҡортостан Йәмәғәт туҡланыуы уҡыу-курстар комбинаты уҡытыусыһы Мария Машута сығыш яһай, ул сәк-сәк һәм бауырһаҡ бешерергә өйрәтә.
«Амакс Турист-отель» ашнаҡсыһы Виктор Костеркин паназиат аш-һыуы буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Өфөләге «Президент-отел»дең «Премьер» рестораны ашнаҡсыһы Михаил Доброгорский сусҡа итенән ризыҡтар әҙерләй.
«Hilton Garden Inn» отеле рестораны ашнаҡсыһы Тимофей Егоров гамбургерҙар һәм бургерҙар яһау оҫталығы менән бүлешә. «Өфө-Арена» һарайы рестораны коллективы чебурек ҡыҙҙыра һәм ҙур бәлеш бешерә. Шоу тары ярмаһынан ҡоймаҡ бешереү һәм билмән яһау менән тамамлана. Тамашасылар шеф-ашнаҡсылар әҙерләгән бөтә ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай ала.
Кулинар оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Продукция менән «Таврос», «Башҡорт ҡаҙы» предприятиелары, Мәләүез ит комбинаты тәьмин итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика