Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2016, 17:37

Өфөлә «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы һайланды

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышында компанияның Директорҙар советы һайланды. Уға ун кеше инде.
Күпселек тауыш менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, вице-премьер — республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев, «Башнефть» президенты Андрей Шишкин, шулай уҡ «Роснефть» вәкилдәре Дидье Касимиро, Отабек Кәримов, Артем Пригода, Кристоф Нерин, Павел Федоров, Олег Феоктистов һәм Елена Завалеева һайланды.
Йыйылышта акционерҙар һәм уларҙың законлы вәкилдәре ҡатнашты. Улар йәмғиәттең 133 миллион 212 мең 250 тауыш биреүсе акцияларына эйә. Был дөйөм һандан 90,1 процент тәшкил итә.
Читайте нас