Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2016, 17:17
Яңы йыл алдынан өфөләрҙе ит йәрминкәләренә саҡыралар
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 17 һәм 18 декабрҙә өфөләрҙе йәнә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр. Аҙыҡ-түлекте, шул иҫәптән итте баш ҡаланың бөтә райондарында һатып алырға мөмкин.
17 декабрҙә йәрминкә Совет районының Йәштәр һарайы алдында, Дим биҫтәһендәге Хәҡиҡәт урамының бер өлөшөндә, Ленин районында Солтанов урамында ойошторола.
17 һәм 18 декабрҙә «Тулҡын» скверы алдындағы майҙанда, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Эшсе хәбәрселәр урамында, Спорт һарайы алдында, Рыльский урамында ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителә.
Калинин районында ит йәрминкәләре Интернациональ урамында уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Теги:
ауыл хужалығы йәрминкәләре
сауҙа
Читайте нас