Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2016, 15:08
Өфөлә вакансиялар йәрминкәһендә 200-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим ителә
Өфө ҡалаһы хакимиәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 15 декабрҙә Өфөлә коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр өлкәһе предприятиелары, шулай уҡ һаҡ ойошмаларының вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә 15 предприятие һәм ойошма ҡатнашыу теләген белдергән.
Унда бухгалтер, водитель, тәрбиәсе, урам һепереүсе, контролер, түбә ябыусы, маляр, участка мастеры, шәфҡәт туташы, ашнаҡсы, эшсе, слесарь-сантехник, тракторсы һәм электромонтер һөнәрҙәре тәҡдим ителә. Дөйөм алғанда, 200-ҙән ашыу эш урыны бар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Революция урамы, 16, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас