Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
6+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2016, 13:10

Мәскәүҙә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 19 һәм 20 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы була. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән берлектә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе туриндустрия вәкилдәренә төбәктең туристик ҡеүәте хаҡында һөйләй.
19 декабрҙә Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә туристик-рекреацион кластерҙар, тау саңғыһы курорттары, хәләл-маршрут, «Һоҡланғыс Башҡортостан» проекты менән таныштырыу сараларын ойоштороу ҡаралған.
20 декабрҙә «МЕТРО» галереяһында «Башҡортостанды ас» тигән фотокүргәҙмә эшләй башлай. Эштәр фотоконкурста тауыш биреү барышында һайлап алынған. Бәйгене республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе үткәргән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостандың Милли халыҡ ҡоралдары оркестры һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.
Читайте нас: