Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2016, 17:36
Төбәктә йәшәү минимумының яңы дәүмәле билдәләнде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте 2016 йылдың III кварталына халыҡтың йән башына уртаса айлыҡ йәшәү минимумы дәүмәлен 8423 һум күләмендә билдәләне.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ул эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 8982, пенсионерҙарға — 6885, балаларға 8342 һум тәшкил итә.
Йәшәү минимумы дәүмәле Башҡортостандағы ҡулланыу кәрзине һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органы мәғлүмәттәре нигеҙендә квартал һайын билдәләнә.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, Рәсәй Хөкүмәте III квартал йомғаҡтары буйынса йәшәү минимумын кәметте. Уның дәүмәле йән башына 9889 һум тәшкил итте, был үткән кварталға ҡарата 67 һумға аҙыраҡ.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәле – 10678, пенсионерҙарға – 8136, балаларға 9668 һум кимәлендә билдәләнгән.
Теги:
йәшәү минимумы
Читайте нас