05:07 (UTC+5), 09 Декабря 2016

Италия компанияһы төбәктә һимертеү майҙансыҡтары һәм ит эшкәртеү комплексы төҙөргә ниәтләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 8 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Кремонини групп» (Gruppo Cremonini, Италия) компанияһы президенты Луиджи Кремонини менән осрашты. Яҡтар Европалағы төп аҙыҡ-түлек компанияларының береһе менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Inalca компанияһы (Gruppo Cremonini бүлендек предприятиеһы) араһында республикала ит малсылығын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов һәм «Кремонини групп» компанияһы президенты Луиджи Кремонини ҡул ҡуйҙы. Меморандум 2017-2018 йылдарҙа етенән кәм булмаған юғары технологиялы фидлоттар (һимертеү майҙансыҡтары) төҙөү буйынса проекттар әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы, шулай уҡ республика биләмәһендә ит эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса саралар әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Луиджи Кремонини һүҙҙәренсә, тәүге фидлотты төҙөү 2017 йылдың яҙында уҡ башлана. Ошо ваҡытта республикаға компания белгестәре лә килә. Уларҙың маҡсаты — бизнес-партнёрҙар эҙләү. Алдағы биш йылда төбәктә меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыу ҡарала.
– Беҙ республиканың көньяҡ сигенә, Ырымбур өлкәһендәге заводҡа яҡыныраҡ ете фидлот төҙөргә ниәтләйбеҙ. Фидлоттар ит малсылығын үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк, – тип хәбәр итте Ирек Мөхәмәтдинов. – Артабан Башҡортостанда ит эшкәртеү комбинатын төҙөү мөмкинлеге лә булыр, тип иҫәпләйбеҙ. Көйөргәҙе, Мәләүез, Күгәрсен райондарында майҙандар эҙләйәсәкбеҙ.
– Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле буласаҡ. Быға бер ниндәй ҙә шик юҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Gruppo Cremonini — Европалағы иң ҙур компанияларҙың береһе, Италияла һыйыр итен һәм эшкәртелгән ит продукттарын етештереү, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына аҙыҡ-түлек һатыуҙы һәм бүлеүҙе ойоштороу буйынса лидер.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика