09:04 (UTC+5), 08 Декабря 2016

Республика 20 популяр туристик төбәк исемлегенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан илдең Рәсәй һәм сит ил туристары араһында популяр булған тәүге 20 төбәге иҫәбенә инде. «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге «Рәсәйҙә ял итеү» журналы менән берлектә ил төбәктәренең туристар йәлеп итеү йәһәтенән тикшеренеү мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы. Тикшеренеү эштәре ҡунаҡханаларҙағы урындар һаны, туризм өлкәһендә мәшғүлдәр проценты, ошо өлкәлә эшләп алынған аҡса күләме, рәсәйҙәрҙең һәм сит ил туристарының ҡунаҡханаларҙа нисә көн йәшәүе, мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән иҫтәлекле урындар һаны, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға тотонолған сығымдар, криминаль хәл, киң мәғлүмәт сараларында туристик ҡеүәтте яҡтыртыу кеүек критерийҙарға нигеҙләнгән.
Илдең 21 төбәге 60-тан ашыу балл йыйҙы. Башҡортостан исемлектә 12-се урында килә (64,4 балл). Иң юғары күрһәткестәр Мәскәү (80 балл), Санкт-Петербург ҡалаларында (79,7) һәм Краснодар крайында (77,3).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика