Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2016, 17:03

Рәсәйҙәр Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартмай – тикшереү

yapotrebitel.ru
yapotrebitel.ru
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәйҙәр бер нисә йыл эсендә тәүге тапҡыр Яңы йылға бюджетты ҡыҫҡартыуҙы планлаштырмай. Уртаса хаҡ 16 900 һум тәшкил итәсәк. «Ведомости» гәзите «Делойт» үткәргән «Яңы йыл һәм Раштыуа-2017» ҡулланыусыларҙың сығымдарын тикшереү һөҙөмтәләрен анализланы. Консалтинг компанияһы йыл һайын сентябрь-октябрь айҙарында Көнсығыш һәм Көнбайыш Европаның 14 илендә һорау алыу үткәрә.
Быйыл бер кешегә Яңы йыл сығымы уртаса 16 900 һум тәшкил итәсәк, был уҙған йылдарҙағы сығымдарҙан ике процентҡа күберәк, тиелә тикшереүҙә. Ҡулланыусы бюджеттың яҡынса 43 процентын — бүләктәр, 45 процентын аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр һатып алыуға, ҡалғанын күңел асыуға тотонасаҡ.
2016 йылда, былтырғы кеүек үк, аҡса, сәйәхәт һәм смартфон көтөп алынған бүләк булып ҡала. Әммә респонденттарҙың 51 проценты кәнфиттәр һәм шоколад, шулай уҡ косметика, парфюмерия, аҡса бүләк итергә ниәтләй. Өҫтәүенә быйыл аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр бүләктәр араһында 10-сы урындан 4-гә күтәрелгән.
Теги: яңы йыл
Читайте нас