13:07 (UTC+5), 08 Декабря 2016

Башҡортостанда дәүләт ҡаҙнаһын һаҡлаусылар һөнәри байрамын билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Сергей Захаров/. Бөгөн федераль ҡаҙналыҡ органдары булдырылыуға 24 йыл тула. 1992 йылдың 8 декабрендә Рәсәй Президенты Борис Ельцин тейешле указға ҡул ҡуйған.
1998 йылдың февраль айында Рәсәй Финанс министрлығының Башҡортостан буйынса Федераль ҡаҙналыҡ идаралығы эш башлай. Алты йылдан һуң ведомство министрлыҡ составынан сыға.
Башҡортостан буйынса Федераль ҡаҙналыҡ идаралығы республика биләмәһендә федераль бюджеттың касса үтәлешен тәьмин итә, учреждениеларҙың федераль, төбәк һәм муниципаль ҡаҙнанан алған аҡсалата килеме һәм сығымының иҫәбен контролдә тота.
Бөгөн идаралыҡта 896 бюджет, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһы, ҡала округтарының — туғыҙ, муниципаль райондарҙың — 54, ауыл биләмәләренең 832 бюджеты хеҙмәтләндерелә.
Әлеге ваҡытта Федераль ҡаҙналыҡ идаралығына 61 бүлек ҡарай. 2009 йылдың 16 мартынан ведомствоны Светлана Мәрүәрова етәкләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика