10:00 (UTC+5), 08 Декабря 2016

Бәләбәйҙең инвестиция проекттарының инфраструктура объекттарын берлектә финанслауға ғаризаһы хупланған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды идараһы Башҡортостандың Бәләбәйҙә яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк булған инфраструктура объекттарын төҙөү өсөн республика сығымдарын берлектә финанслауға ғаризаһын хупланы.
Артабан уны фондтың күҙәтеү советы ҡарай, ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта берлектә финанслау тураһында килешеү төҙөлә. Был хаҡта Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Ғаризала ике инвестиция проекты — «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү һәм «АММА» ғилми-етештереү предприятиеһында металл конструкцияларын сығарыуҙы ойоштороу хаҡында һүҙ бара. Беренсе осраҡта фонд ярҙамында таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү, икенсеһендә электр менән тәьмин итеү күҙаллана.
Берлектә финанслауҙың планлаштырылған күләме — 250 миллион һумдан ашыу, шуларҙың 238 миллионы фонд иҫәбенә күрһәтелгән.
Ошо инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу 2020 йылға 2,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә 334 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика