Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь 2016, 09:56

Яҡын арала Бәләбәй һәм Күмертау тиҙ үҫеүсе биләмә статусын аласаҡ

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльза Хорева/. Яҡын арала Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларын социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе биләмәләргә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе ихтимал, тип хәбәр итте Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич төбәк журналистары менән осрашыуҙа. «Бәләбәй һәм Күмертау буйынса тағы ла ике документ әҙерләнә, уларға ҡарата дәғүәләр юҡ. Барыһы ла һәйбәт үтһен өсөн иғтибар менән күҙәтеп барабыҙ», — тине тулы хоҡуҡлы вәкил. Михаил Бабич һүҙҙәренсә, Башҡортостандың ике ҡалаһы буйынса ҡарарҙың декабрҙә үк ҡабул ителеүе мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикалағы алты моноҡала араһынан Күмертау һәм Бәләбәй тиҙ үҫеүсе биләмә статусын алыуға дәғүә итә. Был уның резиденттарына льготалар вәғәҙәләй. Күмертауҙа бер проект эшләй башланы. Унда май экстракцияһы заводы төҙөлә. Резиденттарҙан яңы производстволар: тегеү һәм кондитер фабрикалары, мебель предприятиеһы асыу өсөн ғаризалар йыйыла. Бер йыл самаһы элек ҡала Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Бәләбәй ҙә фонд менән шундай килешеү төҙөгән. Уға ярашлы, фонд ҡалаларға 14 миллиард һумға инвестициялар йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтә, шулай уҡ социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе биләмә шарттарында эшләү өсөн белгестәргә уҡыуҙар һәм тренингтар үткәрә.
Читайте нас: