Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь 2016, 12:10
Төбәктә йорттар планға ҡарата күберәк ремонтланған
Башҡортостан Төбәк операторы
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөнгә Башҡортостанда 1063 күп фатирлы йорт урынына 1140 йорт капиталь ремонтланған. Шуларҙың 439-ы Өфөлә урынлашҡан.
Башҡарылған ремонт эштәре һөҙөмтәһендә 160 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.
Быйыл капиталь ремонт үткәреүҙе финанслауҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һумдан ашҡан. Төбәктә капиталь ремонт өсөн иғәнәләр йыйыу 86 процент тәшкил иткән.
«Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла бер нисә тиҫтә йорт ремонтланасаҡ. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, 2016 йылда ҡыйыҡтарҙы, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү системаларын ремонтлауға ҙур иғтибар бирелгән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында был мәсьәләләр киҫкен тормай. Беҙ бында ремонттың башҡа төрҙәрен планлаштырабыҙ. Улар араһында — электр менән тәьмин итеү системаһын төҙөкләндереү һәм фасадтарҙы йылытыу, — тип хәбәр итте Башҡортостан Төбәк операторының генераль директоры Борис Герасимов. — Республиканың бәләкәй ҡалаларында һәм ауылдарҙа хәл башҡасараҡ. Унда нигеҙҙә ҡыйыҡтарҙы ремонтлайбыҙ. Әле үк ике һәм өс ҡатлы йорттарҙа ике-өс төрлө эште бер юлы башҡарыу талап ителә».
Теги:
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
капиталь ремонт
Читайте нас