12:02 (UTC+5), 07 Декабрь 2016

Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен ҡуйырға ниәтләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе ҡуйылған продукцияның ассортиментын киңәйтергә ниәтләй. Уны аҙыҡ-түлеккә генә түгел, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға ла йәбештерергә рөхсәт ителеүе мөмкин. Сәбәбе — Дәүләт комитетына республикалағы предприятие-етештереүселәрҙән килгән мөрәжәғәттәр.
Проектҡа аңлатма биреү яҙмаһында әйтелеүенсә, был продукцияның баҙарҙа аҙ тәҡдим ителеүенә лә бәйле.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты 2013 йылдың мартында башланды. Проектта ҡатнашырға ғариза биргән предприятиелар бер нисә, шул иҫәптән «Һынау үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһында сифатты тикшереү этабын үтә. Продукцияның сифаты өс ай һайын тикшерелә.
Билдә ҡуйыуҙың бурысы — эске һәм халыҡ-ара баҙарҙа төбәктә етештерелгән продукцияны һатыуҙа ярҙам итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика