12:26 (UTC+5), 06 Декабря 2016

Михаил Бабич: «Башнефть» «Башнефть» булып ҡала»

Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артем Вәлиев/. «Роснефть» баҙарҙағы иң яҡшы нефть активтарының береһен уны үҫтереү өсөн һатып алды. Был хаҡта 6 декабрҙә матбуғат конференцияһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич белдерҙе.
«Яңыраҡ ҡына «Башнефть» компанияһында булдым, өҫтәүенә әлеге етәксе Андрей Шишкинды күптән беләм, — тине Михаил Бабич. — «Роснефть» активтарҙы уларҙы үҫтереү өсөн һатып ала, тип әйтә алам».
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле «Башнефть» брендын алмаштырыу тураһында мәсьәләнең тормауын да билдәләне. «Башнефть» «Башнефть» булып ҡала», тәүҙән үк шулай һөйләшеп килешелгәйне», — тине ул. Хәҙер компания илдең генә түгел, донъяның ҙур нефть тармағы гиганты менән бергә үҫешә, тип асыҡлыҡ индерҙе.
«Башнефть» компанияһының эш һөҙөмтәлелеге артасағына шигебеҙ юҡ», — тине Михаил Бабич.
Уның әйтеүенсә, әле унда ревизия үткәрелә һәм компанияның бынан алдағы менеджментының эш һөҙөмтәлелеге буйынса һорауҙар ҙа бар. Һығымта һуңыраҡ яһала.
«Башнефть» компанияһының социаль йөкләмәләренә килгәндә, улар һаҡлана, киләсәктә, бәлки, бер аҙ артыр, тип ышандырҙы тулы хоҡуҡлы вәкил.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика