Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2016, 13:10

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә уртаса хаҡтар билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә уртаса хаҡтарҙы баҫтырып сығарҙы.
Ноябрҙә һарыҡ итенең килограмы 337 һум, һыйыр ите — 295, сусҡа ите — 245, ҡош ите 131 һум торған.
Ай һуңында республикала бер килограмм туңдырылған балыҡтың уртаса хаҡы — 132, көнбағыш майы 102 һум тәшкил иткән.
Һөт ризыҡтарына килгәндә, аҡ майҙың бер килограмын — 415, сырҙы 413 һумға һатып алырға мөмкин ине.
Республика халҡы 2,5-3,2 процент ҡуйылығындағы пастеризацияланған һөттөң бер литрын 43 һумға һатып алған. Стерилләнгән һөттөң бер литры 57 һум торған.
Ноябрь аҙағында бер тиҫтә йомортҡаның хаҡы 59 һум, бер килограмм шәкәр — 48, бөртөклө ҡара сәй — 672, тоҙ — 10, бойҙай оно 30 һум тәшкил иткән.
Бер килограмм ҡарабойҙай — 69, дөгө — 51, тары ярмаһы 28 һумға һатылған.
Ноябрҙә аҡ күсәнле кәбеҫтәнең бер килограмы 16 һум, башлы һуған һәм картуф — 18, кишер 21 һум тәшкил иткән. Республикала бер килограмм алманың уртаса хаҡы яҡынса 71 һум торған.
Читайте нас