Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2016, 15:57
Төбәктә йәшәгән 400 меңдән ашыу кеше Пенсияны берлектә финанслау программаһында ҡатнаша
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда йәшәгән 400 меңдән ашыу кеше Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһында ҡатнашып, пенсия тупланмаһын
булдыра
.
Быйыл улар шәхси иҫәптәренә 142 миллион һумдан ашыу суммаға өҫтәмә страховка иғәнәләре күсергән. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 1,726 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән, тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.
2016 йыл өсөн өҫтәмә страховка иғәнәләре күсермәгән ҡатнашыусыларға йыл аҙағына тиклем түләргә кәрәк. Йыл һуңына тиклем түләп өлгөрмәгәндәр йәки ике мең һумдан кәмерәк түләгәндәр 2016 йыл өсөн берлектә финанслау хоҡуғын юғалта.
Өҫтәмә страховка иғәнәләре һәм берлектә финанслау суммалары пенсия тупланмалары аҡсаһына инә һәм пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләү, ашығыс түләү йәки тупланма пенсия формаһында түләнергә мөмкин.
Хеҙмәткәр бер тапҡыр бирелә торған түләү формаһында алдан түләнгән өҫтәмә страховка иғәнәләрен алһа ла, уның программала ҡатнашыу хоҡуғы һаҡлана. Йәғни индерелгән иғәнә суммаһы берлектә финансланырға тейеш. Әммә ҡабаттан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыу өсөн биш йылдан һуң ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Страховкаланған кеше тупланма пенсия тәғәйенләнгәнгә тиклем вафат булһа, уның балалары тупланған аҡсаны юллап ала.
Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһында 2008 йылдың 1 октябренән 2014 йылдың 31 декабренә тиклем программаға инеү тураһында ғариза биргән һәм 2015 йылдың 31 ғинуарына ҡәҙәр тәүге иғәнә түләгән кешеләр ҡатнаша.
Теги:
пенсия фонды
пенсиялар
Читайте нас